Все новости
Хаттар
12 Декабря 2017, 13:51

ТЕРЕ МОҢ АУАЗЫ

Үткән аҙнала Күмерселәр мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Сибай филармонияһының театрлаштырылған концерт программаһын ҡарарға насип булды.

Үткән аҙнала Күмерселәр мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Сибай филармонияһының театрлаштырылған концерт программаһын ҡарарға насип булды.

Тамаша ысын мәғәнәһендә тәрән йөкмәткеле. Сәхнәнән халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән ысын тере моң ауазы яңғыраны.

Сәнғәт оҫталарының сығыштары халыҡ йырҙары, ҡурай, ҡубыҙ, думбыра, дөңгөр, гармун моңдарына үрелеп, нәфис һүҙ менән биҙәлеп, тамашасы күңеленә рухи күтәренкелек өҫтәһә; халыҡ бейеү ансамбле, берсә күлдә йөҙгән аҡҡоштарҙы, берсә күктә осҡан бөркөттәрҙе сағылдырып, тамашасы күңелен әсир итте. Күмертауҙар Сибай артистарын аяғөҫтө килеш дәррәү алҡыштарға күмеп, рәхмәттәр әйтеп, тағы ла килеүҙәрен теләп ҡалды.
Читайте нас: