Рәсәй тарихында иҫтәлекле дата - Ватан Геройҙары көнө уңайынан районыбыҙҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында Иҫке Морапталда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡовты иҫкә алыу буйынса осрашыу үтте. Унда ҡаһармандың яҡташтары, яҡындары, ул уҡыған мәктәптә белем алған башланғыс синыфтар уҡыусылары һәм уҡытыусылар Р. Ҡужаҡова, Р. Бикбаева ҡатнашты.

Осрашыу музей тарихы, музей залдары менән танышыуҙан башланды. Һуғыш һәм хеҙмәт даны залында Морат Ғәлләм улына арналған күргәҙмә янында уның тормошо, наградалары һәм музейҙа һаҡланған әйберҙәре менән ентекләберәк таныштылар.
Осрашыуға ауыл модель китапханаһы хеҙмәткәре Земфира Дәүләтсурина килгән ине. Ул ҡунаҡтарҙы Герой балалар һәм улар тураһындағы китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы.