Все новости
Хаттар
15 Декабря 2017, 16:37

МӨХТӘР УҘАМАН изгелеге

Һаумыһығыҙ хөрмәтле «Юшатыр» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре!

Һаумыһығыҙ хөрмәтле «Юшатыр» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙгә үҙҙәренең шатлыҡтарын уртаҡлашып Яҡут ауылы халҡы яҙа.

Ауылыбыҙҙы балҡытып ултырған мәсетебеҙгә йылытыу ҡорамалдары ҡуйылды. Тәҙрәләренә матур ҡорғандар, иҙәндәренә затлы балаҫтар түшәлде.

Был изге эште башҡарыусы – бәрәкәтле Яҡут ауылында тыуып үҫкән уҙаманыбыҙ Мөхтәр Мөхәррәм улы Ялсыҡаев. Уның ҡылған изгелектәренә ауылыбыҙ инәй-бабайҙары һәр саҡ доға ҡыла, йөрөгән юлдарында именлек, һаулыҡ һәм бәхет теләй.

Әле күптән түгел генә ауылдашыбыҙ балалар баҡсаһына уйынсыҡтар бүләк итеп кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы. Ауылдашыбыҙға изге эштәренең һауаптарын насип итһен Аллаһы Тәғәләбеҙ.

Яҡут ауылы халҡы
Рәүеф ӘБЙӘЛИЛОВ фотоһы

Читайте нас: