Все новости
Хаттар
19 Декабря 2017, 12:44

АТАЙ-ӘСӘЙЕМӘ РӘХМӘТ

Мин – башҡорт ҡыҙы. Телем туған башҡорт телемдә асылған. Бының өсөн атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Шундай тел тәрбиәһе биргәндәре өсөн.

Мин – башҡорт ҡыҙы. Телем туған башҡорт телемдә асылған. Бының өсөн атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Шундай тел тәрбиәһе биргәндәре өсөн.

Бәләкәй саҡта өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе, легендаларҙы тыңлап үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Уның тәрбиә һабаҡтары минең тормошомда ҙур роль уйнай. Әсәйем татар ҡыҙы булһа ла, башҡорт телен бик хөрмәт итә. Беҙ өйҙә башҡорт телендә аралашабыҙ. Туған телдә сыҡҡан газета һәм журналдар алдырабыҙ, телевизорҙан башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы яратып ҡарайбыҙ. Мөмкинлек булғанда, ғаиләбеҙ менән республикабыҙ буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Әгәр Асия өләсәйем туған телгә ҡарата һөйөү орлоҡтары һалһа, әсәйем менән атайым, уҡытыусыларым уның ныҡлы үҫеүенә ярҙам итә. Мәктәптә иң яратҡан дәрестәрем – башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт. Мин ул дәрестәрҙе көтөп алам. Туған тел аша халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнәбеҙ. Беҙҙә халҡыбыҙға, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Бәләкәй генә уңыштарым да бар: «Глобус» тип аталған халыҡ-ара Интернет олимпиадала ҡатнашып, еңеү яуланым, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашам, призлы урындар алам. Киләсәктә яңы үрҙәр яулай алыуыма ышанам, сөнки мин туған телемде яратам, халҡымды хөрмәт итәм.

Әҙилә ВӘЛИТОВА,
Яҡшымбәт урта мәктәбенең 5- се класс уҡыусыһы

Читайте нас: