Все новости
Хаттар
19 Декабря 2017, 12:32

АУЫЛЫБЫҘ БАЛҠЫП ТОРА!

«Юшатыр» гәзите аша үҙебеҙҙең аҫыл ир-егеттәребеҙгә оло рәхмәт әйтке килә.

«Юшатыр» гәзите аша үҙебеҙҙең аҫыл ир-егеттәребеҙгә оло рәхмәт әйтке килә. «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин әлеге көндә дивидендҡа тип ашлыҡ тарата. Шул уҡ арала эшселәргә бесәнен дә, һаламын да алып килеп ауҙарып ҡына торалар. Бына яңыраҡ ҡына хужалыҡта эшләп йөрөгән малсылар Риф Әхмәтов, Тимерғәли Әхмәтов, Азат Ҡотләмбәтовтар эш хаҡы иҫәбенә үҙҙәренә ат һуйып алып ҡыуанды. Рәмил Ғиниәт улы эшләгән кешене ҡарай.

Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа ла рәхмәтебеҙ әйтеп бөтөрлөк түгел. Ул һәр саҡ бар проблемаларыбыҙҙы хәл итеп тора. Ошо көндәрҙә урамдарыбыҙға свет ҡуйып киттеләр. Хәҙер ауылыбыҙ урамдары ҡалалағы кеүек балҡып тора. Ауылдар бөтә, тиҙәр. Ошондай эшлекле етәкселәребеҙ булған саҡта, ауылдарыбыҙ бөтмәйәсәк. Ауыл халҡы артабан да гөрләп, дәртләнеп йәшәүен дауам итәсәк. Мин быға ышанам!

Фәүриә ЙОСОПОВА
Үрге Бабалар ауылы

Читайте нас: