Юшатыр
-10 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
19 Декабря 2017, 12:34
УРАМДАРЫБЫҘ ЯҠТЫ
Мин Яҡшымбәт урта мәктәбенә Көйөргәҙе ауылынан йөрөп эшләйем. Беҙҙе, балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы, көн дә мәктәп автобусы йөрөтә.
Мин Яҡшымбәт урта мәктәбенә Көйөргәҙе ауылынан йөрөп эшләйем. Беҙҙе, балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы, көн дә мәктәп автобусы йөрөтә.
Тик ауылыбыҙҙа оҙаҡ ваҡыт урамдар төндә яҡтыртылманы. Ә беҙгә иртүк туҡталышҡа барырға кәрәк, сөнки автобус сәғәт 8-ҙә ҡуҙғала. Шуға күрә ҡараңғыла сығабыҙ. Дәрестәрҙән һуң балалар хоккей уйнай, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, кластан тыш сараларҙа ҡатнаша. Улар кисен ауылға ҡайтҡан саҡта ла ҡараңғы төшөргә өлгөргән була. Дөрөҫөн әйткәндә, балаларҙы ҡараңғыла мәктәпкә йөрөтөү ҡурҡыныс та, хәүефле лә. Ошо һәм башҡа сәбәптәргә бәйле 13 декабрҙә Көйөргәҙе урамдарындағы электр бағаналарына лампочкалар ҡуйылды. Хәҙер урамдарыбыҙ, ҡараңғы төшһә, ялт итеп тора. Олоһо ла, кесеһе лә ҡыуанып бөтә алмай. Был изге эштәре өсөн барлыҡ ата-әсәләр исеменән Яҡшымбәт ауылы советы хакимиәтенә, уның башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Зөлфиә ИСХАҠОВА, уҡытыусы
Көйөргәҙе ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?