Юшатыр
+1 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
22 Декабря 2017, 12:53
«АҠ СӘСКӘ»ЛӘ ҠУНАҠТА
Аҡһары ауылының иң оло, иң абруйлы ағинәйе Гөлсөм Сәлихова үҙенең иғтибарынан, күҙ уңынан бер кемде лә ҡалдырмай. Бына ул «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһына юл тотто. Ауылдың иң йәш быуыны менән танышып, заман балалары менән әңгәмәләшеп алыу ине уның маҡсаты.
Аҡһары ауылының иң оло, иң абруйлы ағинәйе Гөлсөм Сәлихова үҙенең иғтибарынан, күҙ уңынан бер кемде лә ҡалдырмай. Бына ул «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһына юл тотто. Ауылдың иң йәш быуыны менән танышып, заман балалары менән әңгәмәләшеп алыу ине уның маҡсаты.
Үҙе әйтеүенсә, аптыратҡаны: балаларҙың төрлө милләттән булыуы. Араларында башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, урыҫтар һәм сыуаштар ҙа бар, әммә дуҫ булып көн итергә бер нәмә лә ҡамасауламай.
Балаларҙың йәшен иҫәпкә алып, иң ҙурына 5 йәш, ҡалғандары 2-3 йәшлектәр, әңгәмә хайуандар, ҡоштар тураһында барҙы. Ҡайһы бер бала хайуан йәки ҡош атамаһын тик башҡортса йәки тик русса ғына белә. Йорт, ҡырағай хайуандарҙың, ҡоштарҙың атамаларын әйтеп, ҡайҙа, нисек йәшәгәндәрен, кешегә ниндәй файҙа килтереүҙәре тураһындағы әңгәмә һорау-яуап формаһында бик әүҙем барҙы. Балалар үҙҙәре лә төрлө миҫалдар килтереп, ҡатнашып ултырҙы. «Хайуандарҙың, ҡоштарҙың башҡорт атамаларын балалар үҙләштергәндер, тип ышанам», - ти Гөлсөм инәй.
Ағинәйҙең «Бүре һәм төлкө» тигән әкиәтен һөйләүе осрашыуҙы тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Кескәйҙәр бүрегә, төлкөгә генә хас булған сифаттарҙы атап үтте. Яңыраҡ ҡына ауылға аҙбар артына ике төлкөнөң дә килеп йөрөүен иҫкә алдылар. «Тағы ла ауылда ниндәй йәнлектәр йәшәй?» - тигән һорауға, балалар: «Терпе, баҡа, йылан», - тип яуап бирҙе. Йәш быуындың ошондай белем кимәле ныҡ ҡыуандырҙы ағинәйҙе.
Балалар ҙа ҡунаҡ инәйҙе буш итмәне. Улар түҙемһеҙләнеп көткән Ҡыш Бабайға әҙерләгән күстәнәстәренән өлөш сығарҙы. Йырлап та, бейеп тә, шиғыр ҙа һөйләп күрһәттеләр. «Һеҙ беҙгә гел килеп тороғоҙ», - тип хушлашып тороп ҡалдылар. Ағинәйҙең дә саранан күңеле күтәрелеп ҡайтып китте.
Гөлнара ӘЛИЕВА
Аҡһары ауылы
Читайте нас: