Все новости
Хаттар
26 Декабря 2017, 13:04

БАЙРАМДАР БАШЛАНДЫ

Яңы Морапталда Яңы йыл байрамдары матур башланды. Беренселәрҙән булып байрамды “Алһыу” балалар баҡсаһының кескәйҙәр төркөмө асты. Сараны тәрбиәселәр Эльмира Әхмәтгәрәева менән Гүзәлиә Мәҡсүтова үткәрҙе.

Бәләкәс булыуҙарына ҡарамаҫтан, кескәйҙәр тырышып шиғырҙарын һөйләне, бейеп-йырланы, күңел асты. Һағынып көткән Ҡыш бабай һәр береһенә күстәнәстәр өләште. Киләһе байрамдар ҙа шулай күңелле үтһен. Барлыҡ балалар ҙа иҫән-һау, донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын! Яңы йыл менән!!!

Земфира ҒҮМӘРОВА,
“Алһыу” балалар баҡсаһының уртансы төркөмө тәрбиәсеһе
Яңы Мораптал ауылы

Читайте нас: