Все новости
Хаттар
26 Декабря 2017, 12:29

ҺЫУЛЫ БУЛДЫҠ

Беҙҙең Ҡунаҡбай ауылы халҡы аҙна ярым һыуһыҙ ултырҙы. Һыу насосыбыҙ янғайны. Шул көндәрҙә малдарыбыҙға һыуҙы быуанан ташып эсерҙек. Ә ауыл халҡы үҙҙәренә эсеү өсөн һыуҙы кемеһе ҡайҙан ташыны. Кемдәрҙер Молокандан ташып эсте, ҡайһылары шишмә һыуы менән хушланды.

Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марина Владимировна Букреева ошондай мәлебеҙҙә беҙҙе бер ҙә генә үҙ ярҙамынан ташламаны. Көн тип, төн тип, ял тип торманы, һәр ваҡыт беҙҙең эргәлә булды. Беҙҙең ҡунаҡбайҙарҙы һәр ваҡыт ул ҡайғырта. Бына йома көндө 36 мең һумлыҡ яңы насос алып килделәр. Ауыл халҡы менән күмәкләшеп ҡуя һалдыҡ. Шул ваҡытта ла Марина Владимировна һәр саҡ эргәбеҙҙә булды. Шулай итеп, Аллаға шөкөр, һыулы ла булдыҡ.

«Юшатыр» гәзите аша барлыҡ Ҡунаҡбай ауылы халҡы исеменән Марина Букрееваға ҙур-ҙур рәхмәт әйтке килә. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхеттәр теләйбеҙ. Артабан да шулай ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә-бергә ярҙамлашып йәшәргә яҙһын! Шулай уҡ барлыҡ Көйөргәҙе халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Донъяларыбыҙ имен, күңелебеҙ көр булһын!

Ҡунаҡбай ауылы халҡы исеменән Рәүеф ВӘЛИТОВ

Читайте нас: