Все новости
Хаттар
29 Декабря 2017, 16:44

БЕР ҒАИЛӘЛӘЙ ЙӘШӘЙҺЕГЕҘ

Быйыл районда шаулатып Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ В. Недошивиндың юбилейы булды. Был сараны үткәреү еңелдән түгел, байтаҡ көс һалырға тура килә. Хакимиәттең фиҙаҡәрлеген, унан да бигерәк яҡташ Геройҙарын онотмауҙарын иҫәпкә алып, Башлыҡ исеменә ошондай хат килеп төштө.

Быйыл районда шаулатып Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ В. Недошивиндың юбилейы булды. Был сараны үткәреү еңелдән түгел, байтаҡ көс һалырға тура килә. Хакимиәттең фиҙаҡәрлеген, унан да бигерәк яҡташ Геройҙарын онотмауҙарын иҫәпкә алып, Башлыҡ исеменә ошондай хат килеп төштө.

Хөрмәтле Әхәт Йәүҙәт улы!

Советтар Союзы Геройы Вениамин Георгиевич Недошивиндың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы үткәреүгә ҙур көс һалғанығыҙ өсөн уның барлыҡ иҫән туғандары исеменән Һеҙгә, Хакимиәт етәкселәренә оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һеҙҙең Республика үҙенең изге йәнле, ҡунаҡсыл кешеләре менән бергә йөҙәрләгән мең башҡа төрлө милләт халҡының йортона әйләнде. Әлеге көнгәсә улар бер ғаилә кеүек йәшәй.

Республика буйлап йөрөгән саҡта бындағы таҙалыҡты, тәртипте күреп хайран ҡалаһың. Бында йәшәгән халыҡтың эшсәнлегенә, көләс йөҙлөлөгөнә һоҡланып туймайһың.

Һуғышта ҡатнашыусыларға ихлас мөнәсәбәт тыуҙырылыуы, ветеран ойошмаларының әүҙем эше ҡыуандыра. Уларҙы хәтерләү, улар менән ғорурланыу уҡыусыларҙы тәрбиәләү эшендә лә ҙур роль уйнай.

Һеҙҙең барығыҙға ла бөтә изге эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Яңы йылда Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар, мөхәббәт, сабырлыҡ, тыныс күк йөҙө һәм теләктәрегеҙҙең ҡабул булыуын теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән:
Мәскәү ҡалаһынан СССР Эске Эштәр Министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, отставкалағы милиция полковнигы


А. ЗАВАЮРА,

Соль-Илецк ҡалаһынан Рәсәй Эске Эштәр Министрлығының Почетлы хеҙмәткәре,


отставкалағы полиция полковнигы А. НЕДОНОСОВ.

Читайте нас: