Все новости
Хаттар
9 Января 2018, 16:37

БЕҘҘЕҢ НАИЛЕБЕҘ

Элек һәр ауылда рабкоп магазины була торғайны. Беҙҙең ауылда ла шундай ҙур, иркен магазиныбыҙ бар ине.

Элек һәр ауылда рабкоп магазины була торғайны. Беҙҙең ауылда ла шундай ҙур, иркен магазиныбыҙ бар ине. Бер нисә йыл элек бындай магазиндарҙы ябып бөтөрҙөләр.

Һуңғы йылдарҙа бөтә ерҙә шәхси магазиндар барлыҡҡа килде. Бына 2012 йылда Тимербайҙа ла Наил Бикҡолов үҙенең магазинын асып ебәрҙе. Наил Ғибаҙулла улы бер буш торған йортто һатып алып, уны ремонтлап, магазин итеп үҙгәртте. Ул йорт хәҙер ауылыбыҙға йәм биреп тора. Наил бик булдыҡлы егет булып сыҡты. Уның магазинында көндәлек тормошта кәрәк булған бөтә нәмә лә бар. Аҙнаһына ике тапҡыр икмәк алып киләләр. Шулай уҡ төрлө ҡамыр аҙыҡ-түлектәре лә унан өҙөлмәй. Хатта, төҙөлөш материалдары ла килтерә ул. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, кемгә нимә кәрәк, шуны заказ буйынса алып ҡайтып бирергә тырыша. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Наилға Тимербай сит ауыл түгел. Уның әтейе ошо ауылдыҡы. Наилдың тормош иптәше Зөһрә Сәмиғулла ҡыҙы беҙҙең ауылдан. Зөһрәбеҙ ҙә бик тәртипле бала булды. Ул яҡшы уҡып, юғары уҡыу йортон тамамлап, ғүмере буйы Яңы Таймаҫ мәктәбендә математиканан белем бирҙе. Өлгәшкән уңыштары өсөн мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны наградаларына лайыҡ булды. Бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр улар. Әлеге көндә балаларының барыһы ла юғары уҡыу йорто тамамлап, вазифалы урындар биләй. Һәр бер байрамда Наил спонсор булып тора. Ауылдағы бер сара ла уның ярҙамынан тыш уҙғарылмай. Шуның өсөн уға бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Шундай тәртипле, итәғәтле, булдыҡлы беҙҙең Наилебеҙ. Ул һәр ваҡыт юлда. Уның ошо еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ. Хоҙай бәлә-ҡазанан һаҡлаһын!

Һатыусыбыҙ Сәриә Рауил ҡыҙы Килмәтова ла бигерәк уңған кеше. Ул һәр ваҡыт һәр бер кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, матур итеп хеҙмәтләндерә. Ауылда кемгә нимә кәрәк икәнлеген дә ул белеп тора. Кәрәкле әйбергә шунда уҡ заказын да яһай һала. Шул тиклем тырыш һатыусыбыҙ булғаны өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ. Тағы бик оҙаҡ йылдар шулай бергә-бергә йәшәргә яҙһын!

Фәүриә ТИМЕРБАЕВА
Тимербай ауылы

Читайте нас: