«Юшатыр» гәзитендә кооперацияға арналған түңәрәк өҫтәлдә ауыл кешеһе өсөн үтә лә мөһим социаль иҡтисади мәсьәлә ҡуҙғатылған («Берләшергә кәрәк», «Юшатыр», 2017 йыл, 8 декабрь, №98).
Мәҡәләнең исеме итеп ҡуйылған һорауға шунда уҡ яуап биргем килә: эйе, аҡлай, дөрөҫ файҙаланғанда, ойоштора белгәндә. Был алым ер пайҙары, ерҙәре аҙ булған фермерҙарға отошло буласаҡ. Ни өсөн? Сөнки 10-лап фермер бергә ойошоп, кооперация төҙөһә, араларында берәүһе башлыҡ була, ул бөтә түләүҙәр, яғыулыҡ-майлау, орлоҡ, ашлама, запас частар артынан йөрөй, ә ҡалғандар ең һыҙғанып эшләүен генә белә. Әле, күреүебеҙсә, һәр бер кеше бөтәһенә үҙе йөрөй, техникаһы ултыра. Фермерҙарҙың ашлыҡ таҙарта торған ЗАФ-тары юҡ. Былтыр ошо таҙартыу ҡорамалдары булмау арҡаһында, АХК-лар көнбағыштың тоннаһын 23-24 мең һум менән һатһа, фермерҙар 19 мең һум менән һатты. Быйыл был күрһәткес АХК-ларҙа 15 мең һум, фермерҙарҙа 14 мең һум менән. Бәлки, ошо фермерҙар бергә ойошһа, таҙартыу ҡоролмаларын да алып ултыртырҙар. Белеүебеҙсә, яңы йылдан башлап малды тик бер ерҙә, Бахмут ауылы эргәһендә генә, иткә һуясаҡтар. Унда һуймаһаң, баҙарға керетмәйәсәктәр. Яҡуптан Бахмутҡа тиклем 40 км, бер баш малды алып барыу 1600-2000 мең һум торасаҡ, һуйҙырыу — 1600 һум, эсәктәрен эшкәртеү — 600 һум, унан ул итте Күмертауға алып барыу 23-25 км тирәһе, быға тағын 1000 һум кәрәк. Баҙарға керер өсөн кләймә кәрәк, унан үлсәү, урын өсөн түләү. Ит сабыусыға ла түләр кәрәк. Ошоларҙы иҫәпкә алып, мин нимә әйтмәксе булам? Бахмуттағы мал эшкәртеү майҙансығында кооперация төҙөү отошло булыр ине. Ни өсөн кооперация? Ул малды ауылдан үҙе килеп алһын. Бының өсөн уға малды үҙендә тоторлоҡ 50-60 урын кәрәк. Бында һыйыр малын тейешле кондицияға еткереп, ашатып, эсереп, кәрәкле һимеҙлеккә еткәс кенә һуяһың. Берәүгә лә сер түгел, кемдер артыҡ һимертә, ҡайһы берәүҙеке уртаса, ҡайһыныҡы уртасанан да түбән. Шунан магазиндар кәрәк буласаҡ, һуйып тора, магазиндарға тапшырып тик тора, бер нәмәне лә ташламай: эсәктәре лә, тояҡтары ла һатыласаҡ. Боронғо кешеләр иҫләйҙер әле: Ермолаевонан Отрада яғына киткәндә һул яҡта һимертеү комплексы бар ине. Беҙ унда 1967-1968 йылдарҙа мал алып барып тапшыра торғайныҡ. Миңә шул ныҡ оҡшағайны, илтеп тапшыраһың, 3% ташлама тере ауырлыҡта 1 һум 2 тин менән ҡабул итәләр, аҡсаһын банкка күсерә торғайнылар. Ул ваҡытта баҙарҙа 1 һум 60 тиндән 2 һумға тиклем ине. Бер һыйырҙы ошонда тапшырҙым, 383 һум сыҡты, шуның һымаҡ һыйырҙы баҙарҙа һатып ҡараным һәм отолдом: 360 һум ғына сыҡты.
Кооперацияға ойошоуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Мал һуйыу комплексы эшләп китһә, нисәмә кешегә эш урыны буласаҡ, районға һалым да киләсәк, унан Пенсия фондына ла аҡса керәсәк. Ҡыҫҡаһы, мин шәхсән кооперация яҡлы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ хөрмәтле гәзит уҡыусылар, уй-фекерҙәрегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ.