Все новости
Хаттар
12 Января 2018, 13:56

ӘГӘР ҺЕҘ БУЛМАҺАҒЫҘ…

Тимербайҙа Яңы йыл тантанаһы иҫ киткес матур үтте. Байрам байрам булһын, тип тырышҡан, беҙҙең барыбыҙҙың да кәйефен күтәргән ауылдаштарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Тимербайҙа Яңы йыл тантанаһы иҫ киткес матур үтте. Байрам байрам булһын, тип тырышҡан, беҙҙең барыбыҙҙың да кәйефен күтәргән ауылдаштарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Лена Батырова, Фируза Килмәтова, Вилиә Юлаева, Роза Яппарова, Минислам Рамаҙанов, Айһылыу Килмәтова, Азамат Килмәтов, Артур Әмиров, Фидания Әмирова, Лилиә Аҡбәрова, Альфира Бикҡолова, Алмира Килмәтова, йырсыларыбыҙ Флүрә Килмәтова, Лена Тазетдинова һәм дә беҙҙең оҫта гармунсыларыбыҙ Зөфәр Килмәтов менән Фәрит Килмәтов, күрше ауылдан килгән ҡунаҡтарыбыҙ Эльвира Собханғолова менән Юлиә Ниғмәтуллинаға рәхмәт әйтәбеҙ. Байрамыбыҙ байрам төҫлө булмаҫ ине, әгәр ҙә һеҙ булмаһағыҙ. Шулай уҡ бар эштәрҙә лә ярҙам итеп йөрөгән сибәр ҡыҙҙарыбыҙ (ә Тимербай ҡыҙҙары районда иң матуры) Ильвина Тазетдинова, Регина Әмирова, Альбина Тазетдинова, Лиана Аҡбәрова, Элиза Килмәтоваларға рәхмәт. Барлыҡ ошо кешеләр Тимербайҙы йәмләндереп, йәнләндереп йәшәтә. Әлбиттә, һәр эштә лә аҡсаһыҙ булмай, спонсорлыҡ ярҙамы менән изге ғәмәл башҡарған Рәүилә Килмәтова, Наил Бикҡолов, Юнир Аҡбәров һымаҡ апай-абзыйҙарға мең рәхмәт төшһөн. Рәхмәт, барығыҙға ла, Тимербай һымаҡ бәләкәй, төпкөл ауылдар, һеҙҙең һымаҡ кешеләребеҙ барҙа, меңәр йыл йәшәр, тағы ла күп байрамдарҙы ҡаршылар. Артабан да бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек.

Әлфинә КИЛМӘТОВА
Тимербай ауылы

Читайте нас: