Все новости
Хаттар
12 Января 2018, 13:55

ЫСЫН ИР УҘАМАНЫ

Был заманда ысын ир уҙамандар барлығы ҡыуандыра. Күптән түгел 21 бала уҡыған Кинйәбай башланғыс мәктәбенә ошондай ирҙәрҙең береһе ҙур бүләк яһаны: ауылдашыбыҙ Юныс Абдуллин белем усағыбыҙға тимер ишек һатып алып, шунда уҡ үҙе ҡуйып та бирҙе.

1970 йылдағы ишек ныҡ иҫке ине, унан ел өрөп, ҡар керә торғайны. Хәҙер был яңы ишекте асып инеүе, уны бикләп сығыуы беҙҙең өсөн оло бер бәхет. Юныс Юрис улының шундай ярҙамына ныҡ ҡыуандыҡ, оло шатлыҡ кисерҙек. Ысын ир-егетебеҙ мәктәпкә йыл да ярҙам итеп тора. Былтыр ҙа Яңы йыл байрамында аҡсалата ярҙам күрһәткәйне. Шәп ауылдашыбыҙ - өйөндә лә уңған хужа, хәстәрлекле атай һәм ир. Уға балаларҙы, ата-әсәләрҙе, мәктәп хеҙмәткәрҙәрен ҡыуандырғаны өсөн ҙур рәхмәт. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырғаны өсөн Хоҙай үҙен мең шатландырһын.

Кинйәбай ауылы уҡыусылары, уҡытыусылары һәм ата-әсәләре

Читайте нас: