Все новости
Хаттар
16 Января 2018, 14:29

ТИҘ ХӘЛ ИТЕЛДЕ

Ноябрҙә Аҡһары ауылының бер урамында һыу торбаһы ярылды.

Ноябрҙә Аҡһары ауылының бер урамында һыу торбаһы ярылды. Һыуһыҙ ҡалғас, беҙ Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Аскар Исәт улы Кинжалеевҡа мөрәжәғәт иттек. Район хакимиәте менән берлектә мәсьәләне шунда уҡ хәл иттеләр. Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиләж улы Туҡаев ремонтсылар бригадаһын ебәрҙе. Уларға ауыл халҡы ла ярҙам итте. Тиҙ арала яңы торба һалынып, һыу биреү яйға һалынды.

Беҙҙең турала хәстәрлек күреп, килеп тыуған проблеманы тиҙ арала хәл иткәндәре өсөн беҙ район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, ауыл биләмәһе башлығы Аскар Исәт улы Кинжалеевҡа, Киров исемендәге хужалығы етәксеһе Рәмил Туҡаевҡа, эшселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Әлфиә ТУҠТАРОВА
Аҡһары ауылы

Читайте нас: