Аллаға Шөкөр, Тауыҡ йылы ла үтеп китте. Яманһары халҡы һәүетемсә генә йәшәп ята. Яңы 2018 Эт йылын ҡаршы алып, электән килгән йола буйынса ауылыбыҙ апайҙары, килендәре быйыл да саңғыға баҫты. Тәүге ике көндә саңғы юлын hалыусылар: Ләлә Батыршина, Миңлегөл Йәмилова, Рәйсә Аҙналина, Ольга Йәмилова. Аҙағыраҡ уларға Эльфира Түләгәнова, Менәүәрә Урманцева, Миңйыһан Йәмилова һәм мин ҡушылдыҡ. Йәштәр урамында йәшәгән Ирек һәм Гөлйыһан Сөләймәновтар ҙа, ололарбыҙ, тип тормай, көн дә тиерлек саңғы шыуырға туғайға сыға. Ауылыбыҙ халҡы ҡышҡы һыуыҡтарҙан бер ҙә генә ҡурҡмай бына шулай саңғы шыуырға ярата. Улар ерҙең ап-аҡ мамыҡ юрған ябынғанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Беҙҙең кеүек саңғыла шыуырға, ҡышҡы тәбиғәт хозурлыҡтары менән һоҡланырға, саф һауа һуларға теләүселәрҙең барыһын да беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ!