Все новости
Хаттар
23 Января 2018, 17:41

ӘҘИБӘГӘ АРНАЛДЫ

Беҙҙең Мораптал ауылы китапханаһы бик бай ғына. Китапхана мөдире мәктәп уҡыусыларын яҙыусыларҙың юбилейҙарына, төрлө темаларға арнап үткәрелгән сараларға йыш саҡырып тора.

Беҙҙең Мораптал ауылы китапханаһы бик бай ғына. Китапхана мөдире мәктәп уҡыусыларын яҙыусыларҙың юбилейҙарына, төрлө темаларға арнап үткәрелгән сараларға йыш саҡырып тора.

Уҡыусыларыбыҙ ҙа буш бармайҙар: яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыйҙар, шағирҙарҙың шиғырҙарын сәнғәтле итеп яттан һөйләргә әҙерләнәләр, һүрәттәр төшөрәләр.

Яңыраҡ 6б класы уҡыусыларын китапхана мөдире Земфира Шамил ҡыҙы Дәүләтсурина Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арнап үткәрелгән сараға саҡырҙы. Ул уҡыусыларҙы яҙыусының тормошо һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, бай презентация күрһәтте, яңы баҫылып сыҡҡан китаптарын алып уҡырға тәҡдим итте.

Уҡыусылар, Земфира апайҙарына ҙур рәхмәттәр әйтеп, уны мәктәптә туған телдәр аҙналығында үткәреләсәк шиғыр бәйгеһенә саҡырҙылар.

Гөлзиә МӨЛӨКОВА,
Мораптал урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы


Читайте нас: