Юшатыр
-4 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
26 Января 2018, 16:20
РӘХӘТЛӘНЕП ШЫУЫРҘАР
Ҡаланың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһы ишек алдында ҡарҙан яһалған төрлө ҙурлыҡтағы тауҙар һәм боҙҙан эшләнгән лабиринттар күҙҙең яуын алып тора.
Ҡаланың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһы ишек алдында ҡарҙан яһалған төрлө ҙурлыҡтағы тауҙар һәм боҙҙан эшләнгән лабиринттар күҙҙең яуын алып тора. Боҙ майҙансығын тәрбиәселәр менән атайҙар бергә эшләне. Был эштә “Ҡыңғырау” төркөмөнән Рәшит Әминов, Рөстәм Хисмәтуллин, Рәсил Ханбәков кеүек атайҙар ярҙам итһә, “Аҡҡошҡай” төркөмөнән Алексей Гвардеев, Тимур Хисамов, Азат Сыңғыҙов, Вадим Әлибаевтар тырышып эшләне, “Йәйғор” төркөмөнән дә Руслан Фәтҡуллин, Гөлнара Әмирова, Айҙар Хисмәтуллин, Рәшит Шәриповтар кескәйҙәр өсөн бар көстәрен һалды, “Бәпембә”нән Айҙар Изгин, “Миләшкәй” төркөмөнән Нур Мостаев, Шәфҡәт Мостаев, Радик Тимербаевтар килһә, “Толпар”ҙан Илгиз Хәйбуллин менән Рафиҡ Ғәббәсов кеүек атайҙар тырышты. Кескәйҙәр рәхәтләнеп шыуһын, уйнаһын өсөн, һәр саҡ ярҙам итеп торған атайҙарға беҙ, баҡса хеҙмәткәрҙәре, ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Улар ярҙамында хәҙер бәләкәс ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп тау шыуа, лабиринтта баҫтырыш уйнай.
“Айгөл” балалар баҡсаһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре исеменән Айгөл БИКБАЕВА
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?