Все новости
Хаттар
30 Января 2018, 16:29

БЫЙЫЛ ДА һЫНАТМАНЫҠ

Быйылғы йылдың 10-12 ғинуарында Өфө ҡалаһында туған телдәр буйынса республика олимпиадаһы үтте.

Быйылғы йылдың 10-12 ғинуарында Өфө ҡалаһында туған телдәр буйынса республика олимпиадаһы үтте.

Район, ҡала күләмендә еңгән 9-11-се синыф уҡыусылары башҡалабыҙҙа һынау тотто. Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала Көйөргәҙе районының данын Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары — 11-се синыф уҡыусыһы Алһыу Нафиҡова, 10-сы синыф уҡыусыһы Раян Хәмитов яҡланы.

Әсә телен яҡшы белеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр 1-се турҙа инша яҙҙы, 2-се, 3-сө турҙарҙа тест биремдәре үтәнеләр, текстҡа тулы анализ яһанылар. Уҡыусыларҙың эштәрен мәртәбәле жюри — БДУ һәм БДПУ ғалимдары баһаланы. Һәр йылдағыса, ҡатнашыусыларҙы алты төркөмгә бүлеп йомғаҡ яһалды. Берәр еңеүсе, призерҙар билдәләнде. Призерҙар араһында беҙҙең Алһыуыбыҙ ҙа бар ине. Былтыр призер булған һәләтле ҡыҙ, быйыл да ҙур уңышҡа иреште. Раяныбыҙ ҙа һынатманы. Уның өсөн был бәйге ҙур сынығыу булды.

Эльфира ВӘЛИЕВА,
Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Читайте нас: