Все новости
Хаттар
30 Января 2018, 16:20

КЕСКӘЙ ШӘХЕСТӘР ҮҪЕП КИЛӘ

Яҡут ауылы Ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Хәмдиә Рәшитова менән Рәсәйҙәге 2018 йыл Ирекмәндәр йылы һәм Башҡортостандағы Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе уңайынан балалар баҡсаһына барып ҡайттыҡ.

Яҡут ауылы Ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Хәмдиә Рәшитова менән Рәсәйҙәге 2018 йыл Ирекмәндәр йылы һәм Башҡортостандағы Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе уңайынан балалар баҡсаһына барып ҡайттыҡ.

Кескәйҙәр тауышы гөрләп торған был баҡсаға барыуыбыҙ беренсегә түгел, шулай ҙа был юлы балаларға ниндәй ҙә булһа бер ҡыуаныс килтерә алырыбыҙға ышанып барҙыҡ, һәм шулай булды ла. Балалар менән уртаҡ тел табып, һөйләшеп, бында төрлө һәләтле кескәй шәхестәр үҫеп килгәнен күреп шатландыҡ. «Йомро-йомро йомғағым» халыҡ әкиәтен балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Үҙҙәре лә белгән әкиәттәрен һөйләнеләр. Тәрбиәселәре Рәсимә апалары ярҙамы менән беҙгә төрлө һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Ошо бәләкәй генә балалар 2017 йылда «Бөйөк Рәсәй балалар күҙе менән» тигән проектта ҡатнашып сертификатҡа эйә булғайны. Осрашыуҙа шул сертификаттарҙы ла уларҙың ҡулдарына тапшырҙыҡ. Балаларға шулай уҡ «Башҡорт халыҡ ижады» китабын ҡалдырҙыҡ. Әкиәттәр уҡып балаларҙа бик матур кешелек сифаттары тәрбиәләргә була. Яҡшылыҡты ямандан айырырға, егәрле һәм тырыш булырға, ололарға ярҙам итергә, ғаиләңде һәм туғандарыңды хөрмәт итергә өйрәтә улар. Балалар менән ошолай итеп йыш ҡына осрашып торорбоҙ, тип хушлаштыҡ.

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА,
Яҡут ауылы китапханаһы китапханасыһы

Читайте нас: