Все новости
Хаттар
30 Января 2018, 14:30

РӘХӘТЛӘНЕП ДАУАЛАНДЫМ

Яңыраҡ ауырып Күмертау дауаханаһының онкология бүлегендә ятырға тура килде.

Яңыраҡ ауырып Күмертау дауаханаһының онкология бүлегендә ятырға тура килде. 87 йәштә инде мин. Хәҙер телевизорҙан табиптарҙы күп насарлап күрһәтәләр, аҡса алалар, алдайҙар тип. Был бальниста мин шул тиклем һәйбәт мөнәсәбәт күрҙем, бар мөмкинлектәр булдырылған ауырығандар өсөн. Мине хатта айырым бүлмәгә һалып ҡуйҙылар, бер түрәме ни, рәхәтләнеп дауаландым. Иң күҙгә ташланғаны – табиптарҙың иғтибары булды. Оло кешегә күп тә кәрәкмәй, йылы һүҙ, йомшаҡ ҡулдан өҙмәнеләр. Шулай мине матур итеп ҡарап-тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙылар. Мине дауалаған врач Таһирйән Фәттаховҡа, уның коллегаларына оло рәхмәт. Хоҙай һеҙҙең үҙегеҙгә ҙур һаулыҡ, донъя рәхәттәре бирһен. Шулай уҡ ҡыҙым Фәүриәгә, мине Свобода дауаханаһынан тәрбиәләп оҙатып ҡалған ундағы врач Миләүшә Ҡобағошоваға ла ҙур рәхмәт. Барығыҙ ҙа ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙаҡ йәшәгеҙ.

Рәмзиә КИЛМӘТОВА
Свобода ауылы

Читайте нас: