Юшатыр
+9 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
2 Февраля 2018, 14:05
МАТУР БАЙРАМ БҮЛӘК ИТТЕЛӘР
Зәк-Ишмәт ауылында ғүмер итеүсе әнейебеҙ Фәрхинур Нурислам ҡыҙы Усманова ошо көндәрҙә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Зәк-Ишмәт ауылында ғүмер итеүсе әнейебеҙ Фәрхинур Нурислам ҡыҙы Усманова ошо көндәрҙә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Ул ғүмере буйы тиерлек мәктәптә балаларға белем бирҙе. Ошо көндәрҙә әнейебеҙ хөрмәтенә ауылда матур байрам да ойошторолдо. Унда ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов етәкселегендә силсәүит хеҙмәткәрҙәре бик шәп итеп ҡотлап, әнейемә матур шәл бүләк иттеләр. Мәктәбебеҙ директоры Әлфиә Рәхимова менән бергә уҡытыусылар район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова исеменән үҙенсәлекле итеп ҡотлап, йылы юрған, әнейебеҙҙең тормош юлы һүрәтләнгән альбом һәм тағы ла әллә күпме бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ был көндө ауылдаштарыбыҙ, әнейемдең бик күп уҡыусылары килде ҡотларға. Уларҙың һәр береһе күңеленән сыҡҡан иң изге теләктәрен, йөрәк түрендә йөрөткән рәхмәттәрен әйтте.
Ошондай матур, йырлы-моңло, күңелле кисә ойошторғандары, әнейемде ололап ҡотлағандары, хөрмәт иткәндәре өсөн барлыҡ балалары, туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән «Юшатыр» гәзите аша барыһына ла икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәр әйткем килә.
Маһинур МӨХӘМӘТЙӘНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы