Все новости
Хаттар
2 Февраля 2018, 16:08

РУХИ БӘЙЛӘНЕШЕБЕҘ ҠАҠШАМАҪ

Зәк-Ишмәт ауылының балалар баҡсаһында китапханасы Миләүшә Гудеева кескәйҙәргә «Ш. Пьерро әкиәттәрен беләһеңме?» тигән темаға викторина үткәрҙе.

Зәк-Ишмәт ауылының балалар баҡсаһында китапханасы Миләүшә Гудеева кескәйҙәргә «Ш. Пьерро әкиәттәрен беләһеңме?» тигән темаға викторина үткәрҙе. Ул йыш ҡына бында балалар өсөн нәшер ителгән төҫлө һүрәтле китаптарҙы алып килеп, уларҙың йөкмәткеһе, идея-тематикаһы менән таныштыра, кескәйҙәрҙе китаптар менән нисек дуҫ булырға өйрәтә, кәңәштәрен бирә. Миләүшә апайҙары үҙе үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан балаларға бүләктәр, приздар тапшырырға ла онотмай.

Ауыл китапханаһы менән балалар баҡсаһы араһындағы бындай тығыҙ бәйләнеш, дуҫлыҡ кескәйҙәребеҙҙең интеллектын үҫтереүгә, ҡыҙыҡһыныусанлығын арттырыуға, иң мөһиме уларға идея-эстетик тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Бындай ҙур рухи ярҙамы өсөн беҙ Миләүшәгә «Юшатыр» гәзите аша рәхмәт белдерәбеҙ, эшендә, тормошонда уңыштар теләйбеҙ.

Балалар баҡсаһы коллективы исеменән Ф. РӘШИТОВА

Читайте нас: