Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
9 Февраль 2018, 16:28

БАЛА САҠҠА ҠАЙТЫУ

Иҫке Мораптал ауылы ҡыҙы Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы Ғәлиева бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөргә булды. Ул бергә уйнап үҫкән иптәш ҡыҙҙарына, класташтарына шылтыратып үҙҙәренә осрашыуға саҡырҙы.

Иҫке Мораптал ауылы ҡыҙы Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы Ғәлиева бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөргә булды. Ул бергә уйнап үҫкән иптәш ҡыҙҙарына, класташтарына шылтыратып үҙҙәренә осрашыуға саҡырҙы.

Бала саҡ дуҫтары ла, күп уйлап тормай, ҡыуанышып йыйылдылар, Күмертау ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһенән, Аҡһары ауылынан да килделәр. Ауылдаш ҡыҙҙар осрашҡас, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә фекер алышты, ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Үҫкән саҡта нисек ватыҡ быялалар киҫәктәре менән уйнауҙарын, малайҙар менән баҡсаларға алмаға төшөүҙәре хаҡында көлә-көлә һөйләнеләр. Ҡыҙҙар бәләкәй саҡта көлсәнең тәмле булғанын да онотмаған. Хәҙер күбеһе өләсәй инде, класташтар фотолар ҡарап, йырлашып, серләшеп, төрлө уйындар уйнап, гөрләшеп ултырҙылар. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан уҡытыусыбыҙ Асия Абдрахман ҡыҙы Игликоваға төплө белем биргәне, аҡыллы кәңәштәре өсөн ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләнек. Йыйылышта Иҫке Мораптал ауылының проблемалары хаҡында ла һөйләшелде. Унда юлдар насар хәлдә, исмаһам, ҡырсынташ булһа ла түшәһәләр, яҡшы булыр ине. Һәр кем үҙ йорт тирәһен ҡарап торһа, ауылға төҫ инеп ҡалыр ине.

Беҙҙе бергә йыйып матур хәтирәләр кисәһе ойошторған Гөлнарабыҙ - 1984 йылдан бирле Яңы Мораптал ауылы килене. Тормош иптәше Рәмил менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер өс ейәндәренә һөйөнәләр. Уларҙың ғаиләһенә “Ғаилә йылы” иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, шатлыҡтар ғына алып килһен. Гөлнарабыҙ ошондай шәп осрашыу ойошторғаны өсөн, беҙ, иптәш ҡыҙҙары, уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да һабантуйҙарҙа, “Шәжәрә” һәм башҡа байрамдарҙа йыш осрашып торорға, тип һөйләштек. Үрҙә әйтеп үткән көлсәне Миңзиә Туҡаевабыҙҙың бешереп алып килеүе лә бер мөғжизә кеүек тойолдо. Уны ашағас, бала саҡҡа кире әйләнеп ҡайтҡан кеүек булдыҡ.

Баласаҡ хәтирәләре осрашыуын ойоштороусы Гөлнара Ғәлиеваға иптәш ҡыҙҙары Венера, Рәмзиә, Гүзәл, Лира, Эльвира, Ләлә, Лилиә, Миңзиә Туҡаевалар, Зөлфирә Ғәлиева, Рәмзиә Йәмилова, Эльмира Вахитова исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп

Ғәлиә БУРАНОВА.

Читайте нас: