Все новости
Хаттар
9 Февраля 2018, 16:32

БЕРГӘЛӘП ЙЫРЛАНЫҠ

Яңыраҡ ҡалабыҙҙың М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбе уҡыусылары Башҡорт дәүләт филармонияhы артистары тарафынан күрhәтелгән «Ватанды hаҡлаусылар көнөнә» арналып, “Балалар һуғышты һүрәтләй” тип аталған концерт-лекторий ҡараны.

Уҡыусылар филармониябыҙҙың билдәле артистары Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангилдиналар тере сығыштарын ихласласлап күреп, тыңлап ҡыуанды. Фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булған сарала һуғышта батырлыҡ күрһәткән, еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән балалар тураһында һөйләнелде. Уҡыусылар ҙа әртистәр менән бергәләп йырланылар, буласаҡ hалдаттарыбыҙ хатта маршта ла йөрөнөләр. Был концерт-лекторий бик фәhемле булды. Барыhының да күнеленә хуш килде. Саранан балалар күтәренке кәйеф менән таралышты, улар уҡыуҙы яңы дәрт-көс менән дауам иттеләр.

Гөлназ ӘМИРҒӘЛИНА,
М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: