Бәндәләргә ғилем бирә икән Аллаһы Тәғәлә, уны донъяларына йәм өҫтәү өсөн тип бирә. Ә инде наҙан кеше унан бер өлөш ала ҡалһа: «Аллаһтың ҡашҡа тәкәһе мин генә икәнмен», - тип донъя бутап йөрөй башлай.
Шул сәбәпле, әйтәйек, мосолман булған күптәрҙең ҡайһы бер нәмәләрҙә белеп бөтөрмәгәнлектәнме, сиктәрҙе үтеп китеүе, сама белмәй башлауы; ҡайһы бер нәмәләрҙә иғтибарһыҙлыҡ күрһәтепме, кәмселеккә юл ҡуйылыуы күҙәтелә. Эйе, тарихтан да беләбеҙ, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) менән бергә булып та, аҙашып киткән кешеләр булыуы билдәле. Беҙҙең заманда ла шундайҙар бигерәк күбәйеп китте, шикелле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡыттарҙа Нурия Хәлилова районыбыҙ буйынса әүлиәләр ҡәберҙәрен эҙләп табып, йәнәһе (уларҙыҡымы, түгелме икәне, әлбиттә, шикле, әлғаязы билләһе), изге эш эшләп йөрөй. Артабан унда динде белеп бөтөрмәгәндәр ҙә, сик-сама тигәнде һанға ла һуҡмай, кем уҙарҙан ялған хөкөмдәр сығарып, айырым фекерҙәргә яңылыш аңлатмалар биреп, ялғанға эйәреп китә башлау ихтималлыҡтары ла бар. Диндән тайпылыу була күрмәһен тип, уйлана башларға ваҡыттыр.
Ә бит, әүлиәләрҙең дә иң-иң оло мөғжизәһе Аллаһ күрһәткән юл менән бара белеү булған. Әүлиә ул бөтә нәмә ҡулынан килә торған тылсым эйәһе түгел. Бәлки, әүлиәлектәре арҡылы ғәҙеллек менән бәндәләргә файҙалы кәңәш биреүсе генәлер, тип аңларға кәрәктер.