Все новости
Хаттар
16 Февраля 2018, 12:48

ӘЛИФБАНЫ ТАМАМЛАУ ТУРАҺЫНДА ТАНЫТМА

14 февраль көнө Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбендә шаулап-гөрләп Әлифба байрамы үтте. Беренсе класс уҡыусылары үҙҙәренең иң ҡәҙерле тәүге китабы - әлифба менән хушлашты.

14 февраль көнө Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбендә шаулап-гөрләп Әлифба байрамы үтте. Беренсе класс уҡыусылары үҙҙәренең иң ҡәҙерле тәүге китабы - әлифба менән хушлашты.

Матур итеп уҡырға, яҙырға, һөйләргә өйрәнгән уҡыусылар ата-әсәләр менән ҡунаҡтар алдында ҙур һынау тотто. Уҡыусылар әлифбалағы шиғыр, мәҡәл, һанашмаҡтарҙы яттан һөйләне, әкиәт сәхнәләштерҙе, йырҙар йырланы, бейене. Класс етәксеһе Рима Һеҙейәт ҡыҙы Бикбаева уҡыусыларҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне, әлифбаны тамамлау тураһында танытма тапшырҙы.

Байрамға «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр килде. Улар ҙа байрамда әүҙем ҡатнашып, һорауҙарға яуап бирҙе. Байрам аҙағында апай-ағайҙарына үҙ ҡулдары менән эшләнгән сәскә бүләк иттеләр. Әлифба байрамы сәй эсеү менән тамамланды.
Читайте нас: