Все новости
Хаттар
16 Февраля 2018, 12:41

ЙӘШӘҮ КӨСӨ — МӨХӘББӘТТӘ

Февралдең сатлама һыуығында тыуғанғалыр, ул иҫ киткес йылы кеше. Ҡатын-ҡыҙҙың хәстәрҙәре ябай ғына кеүек — үҙенең бәләкәй генә донъяһындағы тыныслыҡ, тәртип, таҙалыҡты ҙур яуаплылыҡ менән тота ул. Яҡындарының күңел торошон көйләй, һәр кемгә үҙенсә юл табып, көс бирә, дәрт, сәмен һала. Көсһөҙ тип билдәләнһә лә, унан да һөйкөмлөрәк, сабырлыраҡ, аҡыллыраҡ, мәрхәмәтлерәк зат бармы икән донъяла, тип һоҡланып ҡуям, тормош юлында осраған уңған да, сая ла, булдыҡлы ла ҡатынға ҡарап.

Һүҙ Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова тураһында бара. Уның кем булып эшләүен тәү ҡарашта: «Уҡытыусы икәнең йөҙөңә яҙылған» - тип әйтергә була. Уҡытыусылыҡ — уға Хоҙайҙан бирелгән. Ысынлап та, унда сикһеҙ сабырлыҡ та, талапсанлыҡ һәм йомшаҡлыҡ та, ышана белеү һәм үҙенә ышандырыу һәләте лә бар.

Һәр яҡтан өлгө булып тора ул. Ғаиләлә ул тормош иптәше Юлай Рәжәп улына тоғро ҡатын, балаларына хәстәрлекле, өлгөлө әсәй, туғандарына кәңәшсе булып тора.

Фәнүзә менән Юлай Хәлитовтар өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Шулай уҡ Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы үҙенең бер туған ҡустыларын, һылыуын да үҙ ҡарамағына ала, сөнки әсәләре бик иртә мәрхүм була. Күп тә үтмәй аталары ла үлеп ҡала. Туғандарын уҡытып, туйҙар яһап, оло тормош юлына оҙата. Улар әле булһа туған йорттарына ҡайтҡан һымаҡ ғаиләләре менән ҡайтып торалар. Кешенең йөҙөн балҡытҡан ябай ғына матур бер сифаты ла, донъяны яҡтыртып, күңелде нурландырып ебәреүсән. Өйөндә генә түгел, тормошонда, эшендә лә һәр әйбере, һәр уйы тәртиптә уның. Ул үҙенең күркәм сифаттары — ярҙамсыллығы, алсаҡлығы, уңғанлығы менән беҙгә һәр саҡ өлгө булды, үҙенең тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте, эшенә яуаплы ҡарауы менән дә коллегалары араһында абруй ҡаҙанды. Егәрле хужабикә, яҡындары өсөн ныҡлы таяныс булған әхирәтебеҙгә, коллегама сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, яҡындарына терәк булып, уңыштарына һөйөнөп, именлектә, ырыҫлы мул тормошта йәшәүен теләйбеҙ.

Гөлдәр ӘХМӘТОВА

Читайте нас: