Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Культура малой Родины” проекты ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттарының матди базаһын нығытырға ярҙам итә. Быйыл субсидия алыу өсөн яҙылған 53 ғаризанан республикабыҙ ауылдарының 15 мәҙәниәт йорто ғына үтте, улар араһында беҙҙең районыбыҙҙың да булыуы ҡыуандыра. Был программа буйынса бүленгән 45 миллион һумдан артығыраҡ аҡсанан районыбыҙҙың Бахмут клубына ла өлөш сығасаҡ.
“Юшатыр”ға төрлө темаларға ҡағылышлы күп хаттар килә. Араларында аноним яҙғандары ла бар. Исемен яҙырға теләмәгән шундай бер авторҙың хатын өйрәнеп, компетентлы кешеләрҙең яуаптарын алып гәзит битендә баҫырға булдыҡ.
“Беҙҙең Абдул мәҙәниәт йорто күптән эшләгәне юҡ. Ҡыйығын яңырттылар, тәҙрәләр ҡуйҙылар, ә эстә йылылыҡ юҡ, клуб бикле. Яңы йыл байрамын ғына мәктәптә үткәрҙеләр, йыл буйы башҡаса байрам, концерт һымаҡ нәмә күргән юҡ. Беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре райондың “Йәнтөйәк” ансамбленә йөрөй, бик хуп күренеш, әммә унда йырлап йөрөү генә Абдул ауылы өсөн эшләү тигәнде аңлатмай бит. Ошо мәсьәлә абдулдарҙы ныҡ борсой, башҡа гәзит был теманы күтәрмәҫ, шуға “Юшатыр”ға әйтәм. Тик исемде зинһар күрһәтмәгеҙ”.
Ошондай хат алдыҡ. Ә былтыр Абдул клубы ҡыйығы ишелеп төшөүе, уны мәктәп бинаһына күсерергә уйлауҙары хаҡында “Юшатыр” гәзите биттәрендә мәғлүмәттәр булғайны. Мәктәпкә шулай уҡ ФАП та күсерелә, халыҡ «хәҙер мәктәп буйлап спиртлы мамыҡ, ә клуб та күсһә, буш шешәләр йыйнап йөрөйбөҙмө», тип шауланы. Һәм бына хәҙер мәктәпкә клубтың күсмәүе хаҡында билдәле булды. Ошо турала беҙ Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовтан белешкәйнек.
- 147 йорттан торған Абдул ауылы халҡы мәҙәниәт усағын мәктәп менән берләштереүгә ҡаршы булды. Клубтың ҡыйығын ремонтлау өсөн беҙ “Реаль эштәр” программаһында ҡатнашырға булдыҡ, - тигәйне Юнир Ирек улы.
Был юлы беҙ яуапты эҙләп мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитоваға сыҡтыҡ.
-Беренсенән, мәҙәниәт йортоноң емерек хәлдә икәнлеген белә тороп, Абдул халҡы үҙе мәктәп бинаһына күсерергә теләмәне. Икенсенән, бөгөндән эшләп ҡуйыр инек, әммә әлегә аҡса юҡ. Былтыр ҡыйығын, тәҙрәләрен, ишеген алыштырырға, түбәһен эшләр өсөн барлығы 610 мең һум аҡса китте. 130 меңе “Реаль эштәр” проекты буйынса булһа, 480 меңе муниципаль бюджеттан. Абдул мәҙәниәт усағына йылылыҡ үткәреүгә смета төҙөнөк. Был эште атҡарып сығарыр өсөн 156 мең 113 һум, ә ремонт эштәре лә башҡарам тиһәң барлығы бергә 200 мең һумдан артығыраҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Аҡса менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин ярҙам итергә вәғәҙә итте. Ошо аҡса күскәс тә Абдул мәҙәниәт йортонда туҡталып ҡалған эштәр дауам ителәсәк.
Ә клуб хеҙмәткәрҙәре төрлө саралар үткәреп үҙҙәре аҡса эшләргә тейештәр. Дәртләндереү йә премия биргәндә балдар һанына ҡарап бүленә аҡса. Мәҙәниәт хеҙмәткәре эштәрен күҙәтеп барыу өсөн интернет селтәрендәге Вконтакте төркөмөндә үҙебеҙҙең айырым битте булдырҙыҡ. Хәҙер улар тарафынан үткәрелгән сараларҙың барыһы ла шунда ҡуйылып барыласаҡ, ә методистар быны етди күҙәтәсәк, - тине Әлфиә Наил ҡыҙы.
Айһылыу НИҒМӘТУЛЛИНА, Абдул мәҙәниәт йорто мөдире:
-Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эше күренмәй бит ул. Мин инде хәҙер оҙаҡ эшләйем. Эштән китергә генә йөрөгәнемдә мәҙәниәт йорто емерелде лә ҡуйҙы. Был хәлдә нисек ташлап китәһең инде? Минең урынға эшләргә кеше лә юҡ, берәйһе эшләргә теләк белдерһә, яҡшы булыр ине. Мәҙәниәт йортобоҙҙың ҡыйығын, ишек, тәҙрәләрен алыштырғанда болаһы күп булды. Элекке шифрҙарҙы, сүп-сарҙы бер үҙем ташып таҙартҡанымды берәү ҙә күрмәне лә, белмәне лә. Ярай тормош иптәшем техника менән ярҙам итте. Әлегә йылылыҡ та, свет тә юҡ. Мәҙәниәт йорто ремонтта, тип эшһеҙ ултырмайым. Район күләмендә үткәрелгән сараларға йөрөйбөҙ. Һабантуйҙарҙан ситтә ҡалған юҡ, әле ике аҙна репетицияға йөрөп “Һылыуҡай”ҙа ҡатнаштыҡ.