Юшатыр
-11 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
20 Февраля 2018, 12:25
ИКЕ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫНА АРНАЛДЫ
17 февралдә Яҡут ауылы клубында, «Йөрәк һүҙе – йөрәк моңо» тип исемләнгән бик шәп шиғриәт байрамы уҙҙы.
17 февралдә Яҡут ауылы клубында, «Йөрәк һүҙе – йөрәк моңо» тип исемләнгән бик шәп шиғриәт байрамы уҙҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналғайны был күркәм сара.
Ауылыбыҙ ағинәйҙәре күренекле шәхестәрҙең бик күп шиғырҙарын һөйләү менән бергә, мәңге онотолмаҫ йырҙарын да башҡарҙы. Улар дәртле бейеүҙәре менән байрамды тағын да йәмләне.
Шағирҙарҙың китаптарынан, бик бай һәм йөкмәткеле китаптар күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Саранан һуң ҡайтырға ашыҡмағандарҙы, китапханасыбыҙ Таңһылыу Исламғолова шағирҙарыбыҙҙың китаптары менән таныштырҙы.
Ошондай күркәм, тәрбиәүи матур сара ойоштороп үткәреүселәргә ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Яҡут ауылы халҡы исеменән Р. ҺӨЙӨНДӨКОВА
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?