Все новости
Хаттар
27 Февраля 2018, 16:50

БЕҘГӘ ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

Яҡут ауылы китапханаһында быйылғы Рәсәйҙәге «Ирекмәндәр» йылына ҡарата беҙҙә яңы ғына «Күңел нуры» тип исемләнгән Ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй башланы.

Яҡут ауылы китапханаһында быйылғы Рәсәйҙәге «Ирекмәндәр» йылына ҡарата беҙҙә яңы ғына «Күңел нуры» тип исемләнгән Ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй башланы.

Бында беҙ осрашып, төрлө яҙыусыларҙың юбилейҙарын үткәреп, киләсәк быуынға халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын еткереп кенә ҡалмайбыҙ, шулай уҡ ныҡлап бәйләм эше менән дә шөғөлләнәбеҙ. Бәйләгән әйберҙәребеҙҙе атай-әсәй наҙынан мәхрүм булған балаларға тапшырырға уйлайбыҙ. Әле бына байрам алдынан осрашып, Халыҡ-ара туған тел көнөнә матур байрам үткәрҙек. Китапханасы Таңһылыу Исламғолова был байрамдың иң ҡиммәтле байрамдарҙың береһе икәнен аңлатты һәм Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов шиғырҙарында ла туған телгә һөйөү ярылып ятыуы хаҡында һөйләне. Байрам һуңынан бәйләгән эштәребеҙҙе ҡараныҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, эштә йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, арыу ғына ҡул эштәрен алып килгән. Беренсе уңыштарыбыҙ, тип ҡыуандыҡ. Беҙҙең ошо бәйләм эштәренә тағы ла ҡушылыусылар булһа, бик ҡыуаныр инек.

Хәмдиә РӘШИТОВА
Яҡут ауылы

Читайте нас: