Юшатыр
+9 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
27 Февраля 2018, 16:42
ҮРНӘК ғаилә башлыҡтары
Кесаҙна көндө Яҡут мәҙәниәт йортонда «Минең атайым иң шәбе» исемле сара үткәрелде. Был сара Рәсәй Армияһы төҙөлөүҙең 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналды.
Кесаҙна көндө Яҡут мәҙәниәт йортонда «Минең атайым иң шәбе» исемле сара үткәрелде. Был сара Рәсәй Армияһы төҙөлөүҙең 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналды.
Бәйгелә дүрт ғаилә ҡатнашты. Ағалы-мырҙалы Ҡәҙерғоловтар улдары менән, Заһитовтар һәм Йомаҙиловтар ғаиләләре улдары менән көс һынашты.
Байрамға килгән атайҙар үҙҙәренең таһыллығын, ҡыйыулығын һәм етеҙлеген һынап ҡараны. Бәйгелә викторина һорауҙары булды, ярыштар, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Ғаилә башлыҡтарының улдары менән бергә конкурстарҙа ҡатнашыуын зал тулы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ дәртле йыр-бейеүҙәр бүләк итте. Был бәйгелә еңелеүсе булманы. Ауылыбыҙ ағинәйҙәренең: «Сәхнәгә сығып балалары менән бергә матур сығыш яһаған, улдарына үрнәк күһәткән һәр атай еңеүсе!» – тигән һүҙҙәре менән залдағы халыҡ та килеште. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырып матур теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ, башҡорт халҡының ҡаһарман улдары – 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов һәм Шакирйән Мөхәмәтйәнов-Матросовтың һәләк булыуына 75 йыл тулыуға арналған флешмоб ойошторолдо. Бөтә зал аяҡ үрә баҫып, Ҡадир Даяндың шиғырына данлыҡлы композиторыбыҙ Заһир Исмәғилов яҙған «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.
Сабыйҙарҙың шат ауазы
Ергә йәм биреп торһон.
Бәхетле йәшәһен һәр кем,
Илдәр гел имен торһон! –
тигән һүҙҙәр менән изге теләктә тамамланды был матур байрам. Ауыл халҡы исеменән, уны ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәүеф менән Рәмзиә Әбйәлиловтарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Шәүрә ӘБЙӘЛИЛОВА
Яҡут ауылы
Читайте нас: