Все новости
Хаттар
27 Февраля 2018, 16:44

ҠУНАҠТАРЫБЫҘҘЫ ҺОҠЛАНДЫРҘЫҠ

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә беҙҙең Аллабирҙе урта мәктәбендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы мәктәптәренең директор урынбаҫарҙары семинары үтте.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә беҙҙең Аллабирҙе урта мәктәбендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы мәктәптәренең директор урынбаҫарҙары семинары үтте.

Райондың 16 мәктәбенән килгән коллегаларыбыҙ алдында мәктәбебеҙҙең математика уҡытыусыһы Закир Әлибаев, биология уҡытыусыһы Гөләйшә Әлибаева, физкультура уҡытыусыһы Зиннур Кузбаев, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Һөйөндөкова, инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Төркмәнова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Ләйлә Хисамова эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Мәктәпкәсә төркөм балалары менән 5-7-се синыфтар уҡыусылары «Исем ҡушыу йолаһы»н үткәрҙе. Һәр бала үҙ исеменең нимә аңлатыуы менән таныштырҙы. Уҡыусылар кескәй дуҫтарының да исемдәре ниндәй мәғәнә аңлатыуы хаҡында һөйләне.

Башҡорт халҡының данлы тарихы менән танышыу айырыуса фәһемле, файҙалы булды. Сараны алып барыусы егеттәр – Рәсим менән Вадим, шулай уҡ бөтә мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтар алдында ауыл, мәктәп, башҡорт халҡы абруйын күтәрҙе. Семинарҙың шулай матур үтеүе – мәктәп завучы Сания Рафаил ҡыҙы Бикинееваның тырышлығы, талапсанлығы. Милли кейемдәр сараны тағы ла сағыуыраҡ күрһәтте, балалар рухланып сығыш яһаны. Костюмдар менән ярҙам иткән районыбыҙҙың Мәҙәниәт йортона, күршеләребеҙ – Яҡут ауылы клубы етәксеһе Рәмзиә Әбйәлиловаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, әсәйҙәрҙән Зөлфиә Кузбаева, Вәсилә Мөхәмәтшина, Әнисә Төркмәнова, Гөлназ Дәминова, Роза Собханғоловаларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Киң күңелле, ярҙамсыл башҡортомдоң ҡыҙҙары! Көслө, рухлы – буласаҡ ил һалдаттарын үҙоборонала ҡатнашыусы уҡыусы егеттәр һәм етенселәрҙән Гүзәл менән Аделина күрһәтте. Бына ниндәй икән башҡорттар, улар хатта француздар менән дә яуҙа ҡатнашҡан, Шайморатов һыбайлылары хаҡында ла белдек, тип һоҡланды ҡунаҡтар.

Сания КУЗБАЕВА,
Аллабирҙе мәктәбе директоры

Читайте нас: