Все новости
Хаттар
27 Февраля 2018, 16:49

«ЙӘГЕҘ ӘЛЕ, АТАЙҘАР!»

Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортонда был арала байрам артынан байрамдар булып ҡына тора. Яңы ғына ауылды гөрләтеп «Масленица» үткәргәйнек, инде Ватанды һаҡлаусылар көнө лә килеп үтеп китте. Ошо байрам айҡанлы, мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылына, Совет Армияһы төҙөлөүҙең 100 йыллығына арнап «Йәгеҙ әле, атайҙар!» исемле ҡыҙыҡлы конкурс үткәрҙек.

Был сарала атайҙар - Евгений Дорофеев, Зариф Әлмөхәмәтов, Руслан Әхмәтов, Радик Юлҡотлин үҙҙәренең балалары менән бергә төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп, ҡурсаҡ төрөү, сәс үреү кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Евгений ҡыҙы Ксюша менән, иң күп бал йыйып, беренселекте алды.

Конкурс программаһы «Шатлыҡ» бейеү ансамбле балаларының бейеүҙәре, башҡорт, урыҫ апайҙарының матур-матур йырҙары менән үрелеп барҙы. Ошо уңайҙан бейергә йөрөгән барлыҡ балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, күбеһе хаҡлы ялда булһа ла, ваҡыт табып йырларға йөрөгән барлыҡ апай-еңгәләргә лә оло рәхмәтемде еткергем килә, гел шулай беҙгә ярҙам итеп, ауылдаштарын ҡыуандырып тороуҙарын теләйем.

Гөлкәй ВӘЛИТОВА,
Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе

Читайте нас: