Все новости
Хаттар
27 Февраля 2018, 16:40

«ЙӘГЕҘ ӘЛЕ, ЕГЕТТӘР!»

Абдулда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йәгеҙ әле, егеттәр!» тигән сара үтте.

Абдулда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йәгеҙ әле, егеттәр!» тигән сара үтте. Ауыл клубы ремонта булыу сәбәпле, уны мәктәп бинаһында үткәрҙек.

Сарала ике команда ҡатнашты. Беренсе конкурста автоматты һүтеп, йыйыу буйынса ярыштылар. Икенсеһендә уҡыусылар мәргәнлеген күрһәтте. Артабан турникта күтәрелеү, разведчиктар, снайперҙар, командирҙар конкурстары, викторина үткәрелде. Уйындар араһында ҡыҙҙар малайҙарҙы байрам менән ҡотланы.

Сара аҙағында конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү булды, байрам дискотекаһы, бергәләп сәй эсеү ойошторолдо.


Беренсе команда ағзалары: Асҡар Яҡупов, Егор Иҙрисов, Алмаз Ҡолмөхәмәтов, Айгизәр Әҙеһәмов, икенсе команда ағзалары: командир Вилдан Бикҡолов, Таһир Собханғолов, Даян Сөләймәнов, Ильяс Бикмаев; жюри ағзалары: Айнур Ниғмәтуллин, Нияз Ғайсин.

Айһылыу НИҒМӘТУЛЛИНА

Абдул ауылы

Читайте нас: