Все новости
Хаттар
2 Марта 2018, 13:39

АУЫЛПИАДА

Ауылыбыҙ ағинәйҙәре мәктәп бинаһында балалар өсөн шулай тип аталған мәҙәни-спорт сараһы үткәрҙе.

Ауылыбыҙ ағинәйҙәре мәктәп бинаһында балалар өсөн шулай тип аталған мәҙәни-спорт сараһы үткәрҙе. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Земфира Вәлиева уны ойоштороуҙа, үткәреүҙә айырыуса уңғанлыҡ, әүҙемлек күрһәтте.

Балалар төрлө уйындар уйнап ярышты. Бында керлинг та, сана спорты ла, ҡарҙа футбол уйнау ҙа булды. Аҙаҡ күмәкләп сәй эстеләр. Сара бик тә күңелле үтте. Бындай ауылпиадалар булғанда, Кореялағы олимпиадаң ары торһон, гел телевизорға текәлеп ултырғансы ошолай аралашып, уйнап көлөп алыу үҙе бер ғүмер икән, тиеште олоһо ла, кесеһе лә.
Читайте нас: