Все новости
Хаттар
2 Марта 2018, 13:24

БУШ УРЫНДАР БУЛМАНЫ

Мораптал мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө ҙурлап билдәләнде.

Мораптал мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө ҙурлап билдәләнде.

Концерт ҡуйыуҙа 4 йәштән 60 йәшкә ҡәҙәр булған һәүәҫкәр артистарыбыҙ ҡатнашты. Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Ҡужаҡова халыҡ йыры «Маһисәрүәр»ҙе йырлаһа, уның уҡыусылары, киләсәктә һалдат буласаҡ малайҙар, дәртле йырҙар бүләк итте. «Алһыу» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй бейеүселәр «Морячка», «Ромашка» бейеүҙәрен башҡарҙы. «Ҡайтыу» йырын «Ҡайтауаз» ансамбле лә оҫта башҡарҙы. Ә «Нур» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, йөрәктәрҙе елкендереп, тамашасыларға дәрт өҫтәне. Ул көндө мәҙәниәт йортондағы 300 урындың береһе лә буш булманы.

Мораптал ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Карамат ҡыҙы Нафиҡова ир-егеттәрҙе ҡотланы. Әлеге көндә илебеҙ һағында торған ауылдаш егеттәребеҙҙең фотоһүрәттәрен слайд аша күрһәтеү бигерәк тә күңелдәргә рәхәтлек, ғорурлыҡ өҫтәне. 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған Рәүил Амангилдинға алтын юбилейы – 60 йәше уңайынан Мораптал ауыл хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевтың Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» спектакленән өҙөк күрһәтеп, шулай уҡ уға бүләк тапшырҙы.

Үҙешмәкәр артистарыбыҙҙың шундай матур концертынан морапталдар бик тә риза булды. Яратҡан «Юшатыр» гәзитебеҙ аша һәүәҫкәрҙәребеҙҙең барыһына ла оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: