Все новости
Хаттар
2 Марта 2018, 13:11

ЭХ, СКРИПКА МОҢДАРЫ... Булған хәл

Һүҙемде башлап, үткән замандарҙа булған скрипка моңдары һымаҡ һуҙылып килгән, тик әйтергә юҡ телдәре, тип күңелемдә ҡалған моңһоу уйҙарҙы яҙырға булдым.

Һүҙемде башлап, үткән замандарҙа булған скрипка моңдары һымаҡ һуҙылып килгән, тик әйтергә юҡ телдәре, тип күңелемдә ҡалған моңһоу уйҙарҙы яҙырға булдым.

Бер апайҙың, эй, ағайым ошо ауылда йәшәһә, бик ҙур терәк булыр ине беҙгә, тип әсенеп һөйләгәнен беләм. Ағайым тигәне атаһының бер туған энеһе була инде. (Апайҙың атаһы бик иртә донъя ҡуйған була.) Өс йәшлек кенә ҡустыһы ҡала, апай һәм әсәһе ошо өс йәшлек баланы күҙ терәп өмөт менән үҫтерәләр. Ағайым тигәненең исемен Айҙар ағай тип алайыҡ. Айҙар ағай бик күпте күргән, шулай ҙа кешелек сифатын юғалтмаған үтә лә миһырбанлы, киң күңелле, алсаҡ, һөнәрле һәм ғилемле кеше ине. Ул 16 йәше тулғас, Ырымбурҙа Каруанһарайҙа дүрт йыл уҡып, математика уҡытыусыһы һөнәрен ала, шул йылдарҙа скрипкала уйнарға өйрәнә, моңло кеше була. Оҙон көйҙәрҙе еренә еткереп башҡара торған ине. Каруанһарайҙы бөтөү менән Армия сафына алынып, 2 йыл хеҙмәт иткәс, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Шулай күп михнәттәр күреп Айҙар ағай 1946 йылда ғына тыуған ауылына ҡайтып төшә. Туғандары өсөн үтә лә ҙур шатлыҡлы ваҡиға була был. Юғиһә, хәбәрһеҙ юғалған тигән ҡара ҡағыҙ ҙа килгән була бит уның тураһында.

Айҙар ауылға ҡайтҡас, скрипкала уйнап тол ҡалған еңгәйҙәрен урам буйлап йырлатып, уларҙың күңелендәге хәсрәттәрен, шатлыҡ аша күҙ йәштәрен түктертеп, бейетеп, йырлатып күңелдәрен аса.

Утты-һыуҙы кискән 27 йәшлек ир-егет аҫылы, өйләнергә уйлап, үҙенән күпкә йәш ҡыҙға ғашиҡ була. Улар шулай Көйөргәҙе буйҙарында серләшеп, киске уйындарҙа күңел асып йөрөй торғас, сәстәрен сәскә бәйләргә тип вәғәҙә бирешәләр ул кисте, таң атҡас, ҡыҙҙың өйҙәренә ҡайталар. Айҙар ағай аҙна уртаһында, киске эштәр тамамланғас, һөйгәненә яусы ебәрергә була. Шул мәлдә уның ситтә йәшәгән апаһы ҡайтып төшә. Уныһы өгөт-нәсихәт менән кистән алып таңға тиклем был өйләнешеүҙе кире ҡаға, шулай көслө ҡатын булғандыр инде, берәү ҙә ҡаршы тора алмай. Таң һарыһы менән Айҙар ағай ауылдан сығып китә. Оҙаҡ ваҡыттар ҡайтмай. Ә тегендә яусы килә торған кисте бар ризыҡтарын әҙерләп ата-әсә, туғандары яусы көтөп ултырғандар. Апай хәтерләй: уға 14 йәш булған ул ваҡытта. Фәниә тип алайыҡ буласаҡ кәләште. Фәниә апай алһыу төҫтә килешле генә итеп күлдәк тегеп кейгән, бик килешеп тора ине үҙенә. Улар бер урамда 5 өй аша ғына йәшәгәндәр. Эштең ниҙә икәнен һиҙеп, апай сығам да ҡарайым, сығам да ҡарайым, ти. Фәниә апай ҙа сыға ла беҙҙең яҡҡа ҡарай ҙа кире кереп китә, ти. Бына шулай өҙөлә уларҙың саф мөхәббәте. Айҙар ағай апаһының диме менән бик ипле, оҙон сәсле, һылыу ҡыҙға өйләнде лә кәләше яғында йәшәне, ауылға ҡайтманы. Бик матур йәшәне улар, күп балалар үҫтереп, уларға юғары белем биреп тормош юлына оҙаттылар. Айҙар ағай ваҡыт табып, һеңлеһенең, ҡустыһының хәлдәрен белеп, тыуған ауылына ҡайтырға тырышҡан. Хәҙерге ваҡыт түгел бит: йә йәйәү, йә булмаһа, ат менән йөрөгәндәр. 40-45 саҡырым юлды ла бер көн килергә, бер көн ҡайтырға кәрәк. Ә Фәниә апайға килгәндә, бик сабыр, егәрле, һыр бирмәҫ, намыҫсан ҡыҙ була. Үҙ тормошон ҡора, ауыл егетенә тормошҡа сығып, балалар үҫтереп, килешеп донъя көтәләр. Айҙар ағай йәш сағында ауылға килгән саҡта, абзыйың көнләшә торғайны, хатта күлдәк алыштырып та кейә алмай торғайным, тип хәтерләне Фәниә апай. Ә шулай ҙа мах бирмәнем, Айҙар ағайығыҙҙың нәҫеленә тормошҡа сыҡтым, тип ғорурлана торғайны. Ғүмер үтә, ҡартлығы ла тиҙ килеп етә. Айҙар ағайҙың хәлен белергә барғанда ҡустыһына: «Эх, бер скрипка уйнап, тыуған ауылым урамынан үтәһе ине», – тип әйтеп, уфтанып ҡуя. Ҡустыһы быны хәтер һандығына һалып ҡуя: Айҙар ағаһын улының туйына саҡыра һәм иҫенә төшөрә, ағай, әйткән һүҙеңде үтә, туйға саҡырабыҙ еңгә менән икегеҙҙе, скрипкаңды онотма, һыу юлы ла күрһәтәбеҙ киленгә. Скрипкала урамдың осонан-осона уйнай алаһың, ти.

Эйе, туйҙа кеше бик күп булды. Айҙар ағайҙы ауылда йәштән белгәндәр уны алҡышлап ҡаршы алды, скрипка моңдарын тыңлап тәбрикләп ҡалдылар. (Айҙар ағайға ул ваҡытта 73 йәш ине.) Һыу юлынан әйләнеп ҡайтҡанда һыу Фәниә апай, ҡупшы ғына кейенеп, шул хәтлем ихласлыҡ менән ҡарап тора, ул да йәштәрҙе тәбрикләй. Айҙар ағай Фәниә апайҙың ҡаршыһына барып, тәүҙә йәштәрҙе бейеү көйөнә бейетте, һуңынан йәштәр таралыша башлағас, оҙаҡ итеп моңло көй – «Ғәлиәбаныу»ҙы уйнаны, аҙаҡ бер һүҙһеҙ генә айырылыштылар. Уларҙың яҙмыштарын белгән кешегә ситтән ҡарап тороуы үтә лә моңһоу ине. Эх, скрипка моңдары, юҡ әйтергә телдәре… Айҙар ағай, бәлки, ғүмер буйы шул скрипкаһы моңо менән йәшәгәндер. Ә кеше яҙмышын шулай ҡырҡа бороп ебәреү дөрөҫмө икән? Геройҙарым бөтәһе лә мәрхүмдәр инде, урындары йәннәттә булһын. Балалары ла ҡартайып бара, пенсионерҙар.

Зифа ИБРАҺИМОВА
Ҡотлоюл ауылы

Читайте нас: