Все новости
Хаттар
2 Марта 2018, 14:16

КҮҢЕЛ ЙЫЛЫҺЫН ЙӘЛЛӘМӘЙ

Бик күптән фельдшер пунктында булғаным юҡ ине. Бер көн барып ҡайттым да, үҙемдең тәьҫораттарымды «Юшатыр» менән дә бүлешмәйенсә булдыра алманым.

Бик күптән фельдшер пунктында булғаным юҡ ине. Бер көн барып ҡайттым да, үҙемдең тәьҫораттарымды «Юшатыр» менән дә бүлешмәйенсә булдыра алманым.

Беҙҙең ФАП-та 1991 йылдан алып Гөлнара Рәдүт ҡыҙы Федорова фельдшер булып эшләй. Уның эшләүенән ауыл халҡы һәр ваҡыт ҡәнәғәт. Бына ул әле тағы фельдшер пунктына шул тиклем матур итеп ремонт эшләп ҡуйған. Ундағы таҙалыҡ, бөхтәлек күҙҙең яуын алып тора. Гөлнара үҙе бик ыҫпай кеше, медпунктты ла һәр саҡ шулай таҙа тота. Кешеләр менән гел яғымлы һөйләшә. Дарыуҙары менән генә түгел, ә үҙенең бар күңел йылыһын биреп, төрлө кәңәштәре менән дә дауалай ул беҙҙе. Тупһаны аша атлап килеп кереү менән фельдшерыбыҙ мөләйем ҡарашы менән ҡаршы ала, яҡшы итеп ҡарап, дауалау серҙәрен өйрәтә. Беҙ уның имен-һау булыуын, артабан да шулай итеп беҙҙең сәләмәтлегебеҙ һағында тороуын теләп ҡалабыҙ.

Рима ДАУЫТОВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы
Ҡансыра ауылы

Читайте нас: