Все новости
Хаттар
2 Марта 2018, 13:08

ТӘҘРӘЛӘР ЗЫҢҠЫЛДАП ТОРҘО

Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел: ул эштә йүгерәбеҙ, ҡайткас, ул йорт-ҡурала тағы ла әллә күпме мәшәҡәттәр көтә. Эште эшләгәс, матурлап ял да итәһе килә. Бына шундай матур ялды беҙгә ошо көндәрҙә Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр әртистәре бүләк итте.

Концерт ҡарарға Үрге Бабалар, Урта Бабалар, Көйөргәҙе ауылдары халҡы йыйылды. 30 кешенән торған ижади коллектив үҙенең сағыу сығышы менән күңелдәребеҙҙе әсир итте. Ретро йырҙар тыңлап, ҡушылып йырлап, йәшлеккә ҡайтып ураныҡ, яңыларын ишетеп ҡыуандыҡ. «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамбле ҡыҙҙары өҙә баҫып бейегәндә, клуб тәҙрәләре зыңҡылдап торҙо. Был көн ауыл халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелде – рухи аҙыҡ алып, күтәренке кәйеф менән таралдыҡ. Яҡшымбәттәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм тағы ла килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Фәүриә ЙОСОПОВА
Көйөргәҙе ауылы

Читайте нас: