Юшатыр
-1 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
2 Марта 2018, 13:06
УЙЫНДАРЫ ЙӘМ ӨҪТӘНЕ
Ғаиләләге татыулыҡты сабый балалар баҡсаһынан уҡ аңлап үҫһә, киләсәктә татыу ғаиләләр һаны күберәк булыр, тип ышана Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Ғаиләләге татыулыҡты сабый балалар баҡсаһынан уҡ аңлап үҫһә, киләсәктә татыу ғаиләләр һаны күберәк булыр, тип ышана Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре. Өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Тәнзилә Бикмаева шул маҡсатта Ғаилә йылына арнап «Татыу ғаилә – ил күрке» тигән бик фәһемле сара үткәрҙе.
Байрамдың беренсе өлөшө «Атайым – ғорурлығым» тип аталды. Ғаиләлә төп таяныс, терәк булып атайҙар тора. Балаларҙың атайҙарға бағышланған йырҙары ла, шиғырҙары ла атайҙарға ҡарата булған оло хөрмәт менән башҡарылды.
Сараға килгән ғаилә башлыҡтары балалар менән дә, үҙ-ара ла ярыш-уйындарҙа бик әүҙем ҡатнашты. Ә байрамдың икенсе өлөшөндә балалар тәрбиәсе апалары Тәнзилә Фәйзулла ҡыҙы өйрәткән бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы әсәйҙәренә бағышланы. Ғаиләләрҙең балалары менән уйнаған уйындары байрамға йәм өҫтәне. Байрамыбыҙ аҙағында һәр ғаилә матур, татыу йәшәү сере менән уртаҡлашып, изге теләктәрен еткерҙе.
Ошондай матур сара ойошторғандары өсөн «Йәйғор» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә барлыҡ ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Венера БИКМАЕВА
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла