Балалар ВДНХ-Экспо биләмәһендә уникаль мультимедиалы проект — «Рәсәй – минең тарихым!» исемле тарихи паркта булды. Тарихи ваҡиғаны күҙ алдына килтереүҙең, заманса технологиялары: голограммалар, уйын ҡушымталары, видеоинсталляция, видеоинфографика, йәнһүрәттәр булыуы бик оҡшаны. Барыһы ла балаларҙа тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, яңы белем алыу, мауыҡтырғыс формала таныша алһын өсөн эшләнгән. Һәр залда республика тарихына арналған айырым стенд бар.