Кемдә нимә - Таймаҫта һыу торбаһы тишелгән. Тишекте ямауҙы ауыл егеттәре, оҙаҡҡа һуҙмай, шунда уҡ рәтләп тә ҡуйҙылар. Ауыл халҡы Таймаҫ силсәүите башлығы Ильяс Юлдыбаевҡа, депутат Александр Ивановҡа, Ҡансыра еҫ аҫты газ һаҡлау идаралығынан экскаваторҙа бик оҫта эшләгән Рәсим атлы егеткә, шулай уҡ Илдар Юлҡотлинға, Руслан Әхмәтовҡа, Таһир Солтангәрәевҡа, Марат Туҡтаровҡа һәм Рәфис Вәлидовҡа рәхмәт әйтә. Ысынлап та, әл дә һеҙ бар әле, егеттәр! Һыуһыҙ үтә лә ныҡ ҡыйын бит ул.