Юшатыр
+1 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Хаттар
13 Март 2018, 16:19
БЕРҘӘМ ЭШЛӘЙ
Беҙҙең Кинйәабыҙ ҙур ауылдан һаналмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы бик матур һәм күңелле тормош менән йәшәй.
Беҙҙең Кинйәабыҙ ҙур ауылдан һаналмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы бик матур һәм күңелле тормош менән йәшәй.
Быйыл ауылда, башланғыс булһа ла, мәктәп асылды.Барлыҡ Кинйәабыҙ халҡы мәктәпте асыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, элекке район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Рафаэль ҡыҙы Тереғоловаға, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Миңләхмәт ҡыҙы Сәйетбатталоваға ҙур рәхмәт белдерә.
Шулай уҡ Кинйәабыҙ халҡы барлыҡ байрамдарҙы ла бик ҙур концерт программалары менән күңелле итеп үткәрә. Был концертты биҙәүселәр, алып барыусылар — башланғыс класс уҡыусылары һәм ауыл йәштәренән Алина Рахманғолова, Альмир Рахманғолов, Азамат Күҙәшев бик матур итеп сығыш яһап, халыҡты шатландырҙылар. Шулай уҡ элекке мәктәп уҡытыусыһы, хаҡлы ялдағы Рәмзиә Ғиләжева үҙенең матур йырҙарын башҡарып, бар халыҡты һоҡландырҙы. Концерт һуңынан ҡатын-ҡыҙҙарҙы бик тәмле сәй менән һыйланылар. Был юғары кимәлдәге сараларҙы ойошторған Гөлфиә Рахманғолова, Розалия Хәлилова, Лилиә Әхмәтйәнова үҙҙәренең ҙур ойоштороусы икәнен күрһәтте. Улар берҙәм эшләй. Береһе сценарий яҙһа, икенсеһе концерттарҙы алып бара, өсөнсөһө балаларҙы йырларға һәм бейергә өйрәтә.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ
Кинйәабыҙ ауылы
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять