Все новости
Хаттар
13 Марта 2018, 16:11

ДУҪЛЫҠ ЕҢДЕ

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналып, Мораптал мәҙәниәт йортонда “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” ярышы үтте.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналып, Мораптал мәҙәниәт йортонда “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” ярышы үтте.

Бәйгелә барлығы өс команда ҡатнашты. Ике команда “Алһыу” балалар баҡсаһынан булһа, береһе Аҡһары ауылы ҡыҙҙары ине. Сәләмләү, таныштырыу, аш-һыу әҙерләү, салаттар биҙәү, Ғаилә йылына көләмәс ҡуйыу, ваҡытҡа бәйләм бәйләү, йыр-бейеү, көйәрмәндәрҙән номер, “Золушка” уйыны, ҡоршау әйләндереү кеүек төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар булды. “Модница”, “Умырзая”, “Аҡһарының шәп егеттәре” исемле барлыҡ командалар ҙа әүҙем булды. Ҡыҙҙар үҙҙәрен төрлө яҡлап күрһәтте. Шәп ҡыҙҙар командалары араһында дуҫлыҡ еңеп, зирәктәр, уңғандар һәм отҡорҙар номинацияларында билдәләнделәр.

Ошо байрамда ҡатнашыусыларға, уны үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт, тине сара һуңында Мораптал мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Хәмитова менән художество етәксеһе Нәсимә Шәмсетдинова. Форсаттан файҙаланып Нәсимә Иршат ҡыҙын ошо көндәрҙә билдәләйәсәк юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Ғәлиә МИФТАХОВА

Аҡһары ауылы
Читайте нас: