Все новости
Хаттар
13 Марта 2018, 16:41

КӘЙЕФТӘРЕ ҠЫРЫЛМАНЫ

Аллабирҙе ауылында ата-әсәләр менән юғары класс уҡыусылары Илүзә Аҙналина, Вадим Төркмәнов, Айгөл Һөйөндөкова, Эльнара Хисамова араһында ярыштар үтте. Төрлө конкурс, эстафетала көс һынашты улар.

Аллабирҙе ауылында ата-әсәләр менән юғары класс уҡыусылары Илүзә Аҙналина, Вадим Төркмәнов, Айгөл Һөйөндөкова, Эльнара Хисамова араһында ярыштар үтте. Төрлө конкурс, эстафетала көс һынашты улар.

Жюри ағзаларына еңеүсене билдәләүе бик ҡыйынға тура килде. Кем еңһә лә, береһенең дә кәйефе ҡырылманы, аҙаҡ бергәләп рәхәтләнеп сәй эстеләр. Ошондай матур байрам ойошторғандары өсөн әсәләр һәм балалар уҡытыусылары Ләлә Хисамова менән Зиннур Кузбаевҡа ҙур рәхмәттәрен әйтте.

Сания КУЗБАЕВА,

мәктәп директоры

Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы
Читайте нас: