Все новости
Хаттар
20 Марта 2018, 13:20

АУЫЛДЫ ҺЫУЛЫ ИТТЕЛӘР

Күптән түгел беҙҙең Кинйәабыҙ ауылының һыу башняһы насосы янды. Был хаҡта тиҙ арала Свобода ауыл хакимиәте башлығы Сания Миңләхмәт ҡыҙы Сәйетбатталоваға еткерелде. Ул, беҙҙең хәлде аңлап, шул уҡ көндө яңы насос алып ҡайтып, ауыл советы депутаты Фәнис Рахманғолов аша биреп тә ебәрҙе. Ауыл халҡы исеменән ауыл хакимиәте башлығына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Насосты алмаштырыу өсөн Кинйәабыҙҙағы барлыҡ ир-ат затын йыйырға тура килде. Шул уҡ көндө улар ҡул көсө менән насосты алмаштырып, ауылды һыулы итте. Был эштә бигерәк тә Рәмил Рахманғолов, Атта Кузеев, Руслан Күҙәшев, Алексей Калинович, Урал, Айрат, Айҙар Зәйнәғәбдиновтар, Рәйес Ишмөхәмәтов, Харрас Биктимеров, Фәнис, Йәмил Рахманғоловтар, Таһир Килмәтов бик ҙур көс һалып, ең һыҙғанып эшләне. Уларға барлыҡ ауыл халҡы һәм Свобода ауыл хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ришат ЙОМАҒОЛОВ,

ауыл старостаһы

Кинйәабыҙ ауылы
Читайте нас: