Все новости
Хаттар
20 Марта 2018, 13:32

КҮҢЕЛ ЙЫЛЫҺЫ ҺАЛЫНҒАН БҮЛӘКТӘР

Яҡут ауыл китапханаһы янында «Күңел нуры» тигән ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй.

Яҡут ауыл китапханаһы янында «Күңел нуры» тигән ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй. Унда Роза Әбйәлилова, Гөлфиә Ғәҙелшина, Хәмдиә Рәшитова, Гөлфиә Исламғолова, Айһылыу Минәжева, Эльвира Ялсыҡаевалар әүҙем йөрөй һәм бер-береһенән төрлө ҡул эштәренә өйрәнә.

Үткән йомала «Күңел нуры» клубы ағзалары Ермолаеволағы «Ҡояшҡай» балалар һәм үҫмерҙәр приютында булып, үҙҙәре бәйләгән ойоҡ, свитер, жилеттарҙы унда тәрбиәләнеүселәргә бүләк иттеләр. Был сара «Изгелек эшлә» акцияһы сиктәрендә үткәрелде. Күңел йылыһы һалынған бүләктәр балаларҙың тәндәрен дә, йәндәрен дә йылытыр, тип ышана гүзәл заттарыбыҙ.

Дилә БАТУРИНА,

Көйөргәҙе районы Үҙәк китапханаһы методисы
Читайте нас: