Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Мин, Суфия Тәржемәнова, яратҡан гәзитебеҙгә әҙерәк үткән ваҡиғаларҙы барлап һеҙгә хат яҙырға булдым.
Көтөп алған 18 март — һайлауҙарҙы ла үткәреп ебәрҙек. Аллаға шөкөр, иптәшем менән Абдул ауылының 2540-сы һайлау участкаһына барып, үҙ бурысыбыҙҙы үтәп ҡайттыҡ. Һайлау бик әүҙем, тыныс ҡына үтте, ауыл халҡы берҙәм, матур итеп кейенешеп килеп, үҙ вазифаларын үтәргә ашыҡты. Халыҡтың 90 процентҡа яҡыны бурысын атҡарҙы, 5 кеше тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәне. Һайлау барышында мәктәп фойеһында уҡыусылар, йәштәр тарафынан концерт ҡуйылды. Мәрйәм Яҡупова, Зәйтүнә менән Миңлеғәли Суриндар, Юлиә, Сөмбөл, Алик Собханғоловтар башҡарыуында йырҙар тыңланыҡ. Бейеүсе ҡыҙҙар Сөмбөл Ниғмәтуллина менән Гөлгөнә Насирова башҡорт бейеүҙәрен оҫта итеп бейене. Ауылыбыҙҙың 83 йәшлек әбейе Мәрйәм Вәлитова үҙе сығарған йырын моңло итеп башҡарҙы. Ә инде гармунсы, баянсыбыҙ Айҙар Хөснөтдинов уйнауында «Ишкәксе» йыры миңә айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Мәшһүр дикторыбыҙ, халыҡ артисы Әхәт Мортазин вафатынан һуң ошо йырҙы радионан тыңлағайным. Әхәт Мотаһар улының тауышын әле лә ишеттереп торалар. Ул һаман да радионан «Өфө һөйләй» тип иртән халыҡты уятыр һымаҡ. «Ҡурай» каналында «Йырым булһын бүләгем» тапшырыуын алып барғаны әле лә күҙ алдында. Әхәт Мотаһар улының яҡты иҫтәлеге Абдул ауылы халҡының да күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Шулай итеп, абдулдар гражданлыҡ бурысын үтәп, күтәренке кәйефтә өйҙәренә таралышты. 18 март, төндә, Владимир Путиндың Президентҡа үтеүен ишеттек. Путинға уңыштар һәм дә Рәсәй халҡына тыныс тормош теләргә ҡала.