Все новости
Хаттар
27 Марта 2018, 12:44

ҺӘР ВАҠЫТТАҒЫСА ӘҮҘЕМДӘР

Башҡа күп ауылдарҙағыса Ялсыҡайҙа ла РФ Президентын һайлау гөрләп үтте.

Башҡа күп ауылдарҙағыса Ялсыҡайҙа ла РФ Президентын һайлау гөрләп үтте. Ауыл клубында урынлашҡан һайлау комиссияһы халыҡты мөләйем ҡаршылап торҙо.

Беренсе тапҡыр һайлаусыларға һәм һайлауға иң беренсе булып килеүселәргә бүләктәр бирелде. Шул көндө 80 йәшен тултырыусы юбиляр, хеҙмәт ветераны Венера Аҡсуринаға бүләкте район Хакимиәте вәкиле Айрат Зөбәйеров һәм ауыл хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев тапшырҙы. Килгән һайлаусыларҙы күңелле музыка, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм клуб хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сәй табыны көтә ине. Шунда уҡ дәртле гармун көйҙәренә бейешеп, йырлашып күңел асты ауыл халҡы.

Ауыл советы депутаттары Мәҙинә Ҡунаҡҡолова, Рәмилә Вәлидова һәм Зөлфиә Үлмәҫбаева, йүгереп йөрөп, һайлаусыларҙы һыйланы. Һәр ваҡыттағыса ялсыҡайҙар бик берҙәм ҡатнашты һайлауҙа. Илдәребеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын, һайлаған Президентыбыҙ халыҡтың ышанысын аҡлаһын тигән изге теләктә ҡалды улар.

Алһыу АҠСУРИНА

Ялсыҡай ауылы

Автор фотоһы
Читайте нас: